Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге 22-се Петровское мәктәбе уҡыусылары Ватанды Һаҡлаусылар көнө һәм 112-се Башҡорт кавалерия дивизияы командирының һәләк булған көнөнә арнап сафта йөрөү буйынса конкурс ойошторҙо. Йыл да уҙғарылған сараға мәктәптең барлыҡ кластары ҡушылды. Буласаҡ ил һаҡсыларының маршта үтеүен махсус хәрби операция яугирҙары ҡабул итте. Луганск халыҡ республикаһынан Айнур Кәбиров репортажы.

Буласаҡ летчиктар, танкистар, элемтәселәр, сик буйы һаҡсылары бер сафта. Кемдер уң менән һулды бутай, рәттәр ҙә үтә тигеҙ түгел, әммә улар өйрәнә генә. Иң мөһиме баштар ғорур һәм күңелдә һынмаҫ рух көсө. Шаймортав мәктәбендә уҡыусылар шулай тәрбиәләнә.
Башҡаса мөмкин түгел. Мәктәптең һәр мөйөшө Донбасс ере азатлығы, яҡты киләсәк өсөн башын һалған башҡорт батыры Миңлеғәле Шайморатовтың ҡаһарманлығын сағылдыра. Легендар атлылар дивизияһының данлы тарихын иһә балалар яттан һөйләй.
Өлкән быуын вәкилдәре өсөн Шайморатов әсбаптар геройы ғына түгел. Бөйөк Ватан һуғышы балалары Донбасс ерҙәрен азат итеүселәр тарихын бөгөнгөләй хәтерләй. Анатолий Карповичҡа ул ваҡытта ун ғына йәш була, әммә ул да фашизм ҡанһыҙлығын үҙ иңендә татый.
Ҡаһарман яҡташыбыҙҙың һәләк булған ере Штеровка ауылында башҡорт атлылары күрһәткән батырлыҡтарҙы белмәгән кеше юҡтыр. Кавалеристарҙың дошман тылына яһаған данлы рейды тураһындағы тарих телдән телгә күсә килә.
Бөгөн дә Донбасс ерендә шартлау тауыштары. Фашизм ҡалдыҡтарын хәҙер Шайморатов вариҫтары дөмөктөрә. Тиҙҙән сафта үтеүсе уҡыусылар ҙа махсус хәрби операция яугирҙары тураһында еңеүселәр тарихы яҙасаҡ. Улар ҙа бит әле бала ғына булһалар ҙа, һуғыш тураһында ишетеп кенә белмәй.
Айнур Кәбиров