Өфөлә Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан мәктәп уҡыусылары өсөн Бөйөк Ватан һуғышы тарихы буйынса Республика олимпиадаһының йомғаҡлау этабы үтте. Унда республиканың 60 ҡала һәм районынан 791 уҡыусы ҡатнашты. 2-11 класс уҡыусылары өсөн 2013 йылдан ойошторолған олимпиаданың төп маҡсаты Бөйөк Ватан һуғышы тарихын, тыуған яҡты өйрәнеүегә булышлыҡ итеү, йәш быуында ветерандарға һәм тыл хеҙмәтсәндәренә ихтирамлы мөнәсәбәт тәрбиәләү.