Икенсе йыл рәттән Өфө сауҙа-иҡтисад колледжында ойошторолған ярышта былтыр баш ҡала урта һөнәри белем биреү учреждениелары ҡатнашһа, быйыл конкурсанттар географияһы киңәйгән. Интеллектуаль бәйгегә Салауат, Сибай ҡалалары һәм Мәсәғүт ауылы колледждары студенттары ҡушылған. Финалда ҡатнашҡан 6 команда ла алдан махсус һайлап алыу этабын үткән.
Ҡатнашыусыларға үҙ командаларын яҡларға, республика һәм башҡорт теле буйынса һорауҙарға яуап бирергә, әкиәт сәхнәләштерергә кәрәк ине. Уйын Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, «Йәшлек» гәзите менән берлектә ойошторолған.