Дыуан районында тыуған Дмитрий Авдонин - Рәсәй Геройы


Дыуан районында тыуған Дмитрий Авдонин - Рәсәй Геройы. Яҡташыбыҙға юғары исем биреү тураһындағы указға Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы. Башҡортотсан башлығы социаль селтәрҙә яҙыуынса, Гвардия капитаны Дмитрий Авдонин терәк пунктын обороналағанда батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Отряд менән етәкселек иткәндә, яраланыуына ҡарамаҫтан, ул үҙенең ҡул аҫтындағыларға медицина ярҙамы күрһәтә. Уның оҫта хәрәкәттәре яугирҙарҙың ғүмерен һаҡлап ҡалырға, дошмандың күп тапҡыр һөжүмен кире ҡағырға һәм ҡуйылған бурысты үтәргә мөмкинлек бирә. Дмитрий Авдонинды юғары награда менән ҡотлайым, тип яҙған Башҡортостан башлығы.