Махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы яугирҙар төркөмө оҙатылды

Ике аҙналыҡ отпуск ваҡытында улар өйҙә булып донъя мәшәҡәттәре менән булышҡан. Яугирҙарҙы хеҙмәт урынына оҙатырға яҡындары, туғандары һәм республика хөкүмәте вәкилдәре килде. Ир-егеттәр республика тарафынан бүленгән уңайлы автобустарҙа ҡуҙғалды. Тәүлектән ашыу юлда уларҙы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре оҙатып бара. Үҙҙәре менән хәрбиҙәр күстәнәс, яуҙаштарына посылкалар ҙа алған.