Ошо ваҡытта битараф булмаған халыҡ махсус хәрби операция биләмәһенә меңдәрсә хәрби кәрәк-яраҡ яһап ебәргән. Ошо көндәрҙә район хакимиәтендә иң әүҙем ирекмәндәрҙе бүләкләү тантанаһы уҙҙы.
Ирекмәндәрҙең ҡулына күҙ эйәрмәй. Йылдар дауамында улар маскировка селтәрҙәре үрергә оҫтарған. Башта бер селтәрҙе эшләү өсөн бер нисә тәүлек талап ителһә, хәҙер бер нисә сәғәт тә етә. Ирекмәндәр командаһы берҙәм булғанға эш тә яйға һалынған. Берәү таҫмаларҙы ҡырҡа, икенселәр үрә.
«Бөтәһе лә еңеү өсөн». Штаб исеме осраҡлы һайланмаған. Еңеү өсөн ирекмәндәр буш ваҡытын йәлләмәй, яҡташтарыбыҙ өсөн тырыша. 2 йыл дауамында улар 700-ҙән ашыу маскировка селтәре, 500-гә яҡын костюм, 5 меңгә яҡын окоп шәме эшләп, яугирҙарға ебәргән. Фатима Сәлимова ла үҙәккә көн һайын килә. Фронтта уның ҡустыһы хеҙмәт итә.
Иглин ирекмәндәре тәүгеләрҙән булып фронтҡа ярҙам итә башлай. Ойошманың тыуған көнөндә иң әүҙемдәр хөкүмәт, район хакимиәте, ветеран ойошмаларының Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Тик уларҙы ирекмәнлек эшенә бүләктәр түгел, йөрәк ҡушыуы этәрә.
Әле ирекмәндәр сираттағы гуманитар ылау туплай. Фронтҡа ул мартта оҙатыласаҡ. Штаб хеҙмәткәрҙәре һалдаттар өсөн кәрәк-яраҡ, материалдар өсөн аҡса йыя.
Рәзилә Ғилметдинова