Полилингваль мөхиттә татар телен уҡытыу алымдары


Фекер алышыу халыҡ-ара туған телдәр көнө уңайынан Өфөлә үтте. Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең вуз-ара кампусында уҙған осрашыуға тел белгестәре, татар теле уҡытыусылары, студенттар һәм уҡыусылар йыйылды. Семинарҙа ҡатнашыусылар татар телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа традицион һәм заманса уҡытыу алымдары тураһында әңгәмәләште. Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә бәйле ошондай саралар аҙна дауамында республиканың бөтә район-ҡалаларында ла ойошторолдо.