Иң йәш саңғысыға 4, иң олоһона 72 йәш. Өфөлә Башҡортостан республикаһы суд системаһы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары араһында саңғы ярышы үтте. «Биатлон»спорт-һауыҡтырыу комплексы майҙанында әүҙем ялға 250-гә яҡын ҡатнашыусы йыйылды. Мәртәбәле ярышта өлкәндәр ҙә, балалар ҙа саңғыға баҫты. Саңғы һабантуйына Фемида вәкилдәре тотош ғаиләләр менән килде
Судьялар араһында ойошторолған сарала ҡатын-ҡыҙҙар 500 метрға, ә ир-егеттәр 1 километр алыҫлыҡҡа саңғыла йүгерҙе. Бынан тыш, балалар өсөн дә айырым ярыш ойошторолдо.