Радий Хәбиров 5 һәм унан күберәк бала тәрбиәләүселәргә "Әсәлек даны" миҙалын тапшырыу тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Документ рәсми мәғлүмәттәр порталында урынлаштырылған. "Әсәлек даны" миҙалы 1998 йылдан бирелә. Республикала был наградаға 9 меңдән ашыу әсә лайыҡ булған.