Быйыл баҡсаларҙы инфраструктураны яҡшыртыу өсөн 220 миллион һум йүнәлтелә. Был турала вице-премьер-Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдерҙе. Аҡсаның ҙур өлөшө юлдарҙы төҙөкләндереүгә тотонола. Теркәү, иҫәпләү приборҙары өсөн 50 миллион һум ҡаралған. Аҡса республика ҡаҙнаһынан бүленә. Быйылдан баҡсасылыҡ ширҡәттәренә Республика башлығы гранттары арттырылды. 500 мең һумлыҡ 20 грант бирелә.