Республика хөкүмәте 2025-2030 йылдарға һунарсылыҡ хужалығын үҫтереү концепцияһы буйынса саралар планын раҫланы. Документҡа ярашлы, һунарсылыҡ билеттарын биреү цифрлаштырыла, был өлкәлә норматив акттарҙы мониторингылау һәм актуалләштереү, яңы һунарсылыҡ биләмәләрен булдырыу, һунарсылыҡ ресурстарын һаҡлау кеүек саралар ҡарала.