Дыуан районында тыуған яҡташыбыҙға юғары исем биреү тураһында указға Ил Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған. Гвардия капитаны Дмитрий Авдонин терәк пунктын оборонаға тотҡанда ҡыйыулыҡ һәм ҡаһарманлыҡ ҡыла. Яралы булыуына ҡарамаҫтан, иптәштәренә медицина ярҙамы күрһәтә. Уның оҫталығы һәм етеҙлеге яугирҙарҙың ғүмерен һаҡлап ҡалырға, дошмандың күп тапҡыр һөжүмен кире ҡағырға һәм ҡуйылған бурысты үтәргә мөмкинлек бирә.