Өфөлә 218-се автобус маршруты ябылмай

Ошо турала баш ҡала хакимиәтенән  белдерәләр. Был йүнәлеште хеҙмәтләндереүгә бер нисә ташыусы дәғүә итә. Заявкалар 18 мартта ҡаралып, конкурс нигеҙендә   еңеүсе билдәләнә. Быға тиклем водителдәр етмәүгә бәйле, маршрут ябыла, тигән мәғлүмәт булды. 218-се автобус Дим биҫтәһенән 18-се дауаханаға тиклем йөрөй.