Иглин районы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында «Сәнғәткә ғашиҡ ғаилә» күргәҙмәһе асылды


Иглин районы тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында «Сәнғәткә ғашиҡ ғаилә» тип исемләнгән күргәҙмә асылды. Экспозицияла Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Виталий Николаев, балалар художество мәктәбе уҡытыусыһы Фәриҙә Мортазина һәм уларҙың ҡыҙҙары - рәссам, дизайнер Дина Николаеваның төрлө техника буйынса эшләгән ижад емештәре менән танышырға мөмкин. Халыҡ иғтибарына керамика, графика, һынлы сәнғәт өлгөләре тәҡдим ителде. Ғаилә саҡырылған ҡунаҡтар алдында сығыш яһап, ижади ҡаҙаныштары, эш серҙәре менән уртаҡлашты.