Йыл һайын «Дозор» ил сиге һаҡсылары үткәргән был сарала студенттар үҙҙәрен етеҙлектә, сослоҡта, әрме хеҙмәтенә әҙерлеккә һынай. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Урал аръяғы колледжында үткән патриотик сара Ватан һаҡсылары көнөнә арналды. «Ватан» хәрби-спорт уйынында беренсе курс студенттарынан торған 6 команда ысын һалдат һынауҙарын тотто.
Студенттар өсөн хәрби‐спорт ярышты райондың «Хәрби туғанлыҡ» ойошмаһында тороусы «Дозор» ил сиге һаҡсылары үткәрҙе. Йәш егеттәр автоматты һүтеп-йыйырға, уның магазинынан боеприпастарҙы алырға һәм кире ҡуйырға, атырға, бысаҡ ташларға, картуф әрсеү кеүек һынауҙарҙы үтте. Сәмле ярышта барыһы ла беренселек өсөн дәртләнеп ҡатнашты.
Баймаҡ агросәнәғәт колледжы студенттары һалдат тормошона әҙерлеген күрһәтте. Йәштәрҙе патриотик рухта тәрбиәләү, рухи һәм физик яҡтан сыныҡтырыу, сәләмәт тормош рәүешен пропагандалау һәм шулай уҡ буласаҡ һалдаттарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү өсөн бындай уйындар ҙур роль уйнай.
Раушания Рәхимова