Баҡалы районында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылды


Заманса медицина. Баҡалы районында яңы фельдшер -акушерлыҡ пункттары асылды. Ахман һәм Юлтимер ауылдарында урынлашҡан учреждениеларҙа пациенттарҙы ҡабул итеү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Урындағы халыҡ өсөн мөһим социаль объекттар һаулыҡ һаҡлау милли проекты сиктәрендә сафҡа ингән . Быйыл Баҡалы районында тағы ла 6 фельдшер-акушерлыҡ пунктын төҙөү күҙаллана.

Ахман ауылында асылған модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты урындағы халыҡ өсөн көтөп алынған объект. Заман талаптары буйынса төҙөлгән ФАП-та процедуралар кабинеты , ҡатын-ҡыҙҙарҙың сәләмәтлеген тикшереү бүлеге йыһазландырылған. ЭКГ, дефибриллятор, тонометр һәм башҡа ҡоролмалар алынған. Фельдшер-акушерлыҡ пунктында 35 йыл хеҙмәт штабы туплаған тәжрибәле хеҙмәткәр Клара Купцова ҡабул итә .

Ахман фельдшер-акушерлыҡ пункты быға тиклем ауыл клубы биләмәһендә урынлашҡан. Хәҙер ауыл халҡы заманса ФАП-та хеҙмәтләндерелә . Ахман фельдшер-акушерлыҡ пунктына 410 кеше , шул иҫәптән 62 бала теркәлгән . Өлкән йәштәгеләрҙең 100 проценты диспансер тикшереү үтеп, табипҡа ҡабул итеүгә яҙылған.

Юлтимер ауылында йәшәүселәр ҙә яңы фельдшер -акушерлыҡ пункты эшмәкәрлегенән ҡәнәғәт. Диспансер тикшереү үтеү, ашығыс медицина ярҙамы алыу өсөн район үҙәгенә йөрөргә кәрәкмәй - бөтә хеҙмәттәр ауылдағы фельдшер-акушерлыҡ пунктында күрһәтелә.

Башҡортостанда фельдшер-акушерлыҡ пункттарын яңыртыу буйынса етди эш алып барыла. Баҡалы районында былтыр 17 фап асылһа , быйыл тағы 6 объект сафҡа индереү күҙаллана . Ә тотош республика буйынса 135 яңы фельдшер- акушерлыҡ пункты асыласаҡ . Был объекттар ауыл халҡын сифатлы медицина менән тәьмин итеүгә ҙур этәргес булып тора.

Флорида Ким