Башҡортостандың 711 мәктәбе яңы ҡорамалдар менән йыһаздандырыу күҙаллана


«Йәштәр һәм балалар» милли проекты буйынса Башҡортостандың 711 мәктәбенең «Хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм Ватанды һаҡлау», «Хеҙмәт» кабинеттарын яңы ҡорамалдар менән йыһаздандырыу күҙаллана. Ошо маҡсатта 200 млн һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Республика йыһазландырыласаҡ белем усаҡтары һаны буйынса Рәсәйҙә дүртенсе урында булһа, Волга буйы федераль округында беренсе. Дәрестәргә килгәндә, улар яңы уҡытыу модулдәре менән яңыртылған. Әйтәйек, «Хеҙмәт» дәресенең «Робототехника» бүлегендә 7-9 синыф уҡыусылары пилотһыҙ осоусы авиация системаларын, уларҙы ҡороу, программалау һәм осороу буйынса темаларҙы үҙләштерә башлай.

«Хәүефһеҙлек нигеҙҙәре һәм Ватанды һаҡлау» дәрестәрендә балалар башланғыс хәрби әҙерлек буйынса оҫталыҡ туплаясаҡ. Сафта йөрөргә, ҡорал менән эш итергә, тактика нигеҙҙәренә өйрәнә. Рәсәй хәрбиҙәренең ҡаһарманлығына бәйле тарихи мәғлүмәттәр менән таныша. Проект сиктәрендә уҡытыу өсөн талап ителгән макет, тренажерҙарҙы яңыртыу ҡаралған.