Ижад өсөн йәш сикләүе юҡ. Бар ғүмерен тренерлыҡ эшмәкәрлегенә арнаған Рәшит Ғәзизовтың хаҡлы ялға сыҡҡас яңы таланты асыла.
70 йәшендә уның тәүге картиналары яҙыла һәм ошо ваҡыттан алып ул һынлы сәнғәт менән даими шөғөлләнә башлай. Бөгөн Рәшит Хаҡҡул улы дүрт тиҫтәнән ашыу картина авторы. Эштәрҙең күбеһе Республика халыҡ ижады үҙәгенең «Урал» этноүҙәгендә асылған шәхси күргәҙмәгә ҡуйылған. Замандашыбыҙҙы ижад итергә бөйөк рус рассамдары, дуҫтары илһамландара. Еңел атлетика буйынса спорт мастеры ваҡытында Күмертау педагогия училищеһен тамамлаған. СССР йыйылма командаһы составында ул 1975 йылда Мәскәүҙән Берлинға тиклем йүгереп бара. Бөйөк Еңеүең 30 йыллығына арналған легендар марафон 28 көн дауам итә. Бер нисә йылдан Рәшит Ғәзизов велосипедта Ташкентҡа ла барып ҡайта. Өлкән йәштә булыуына ҡарамаҫтан Рәшит Ғәзизов бөгөн дә спортты ташламай. Ә ҡалған буш ваҡытын хәҙер картиналар төшөрөүгә бағышлай.
Оҙаҡ йылдар республикан ситтә йәшәгән Рәшит Ғәзизов үҙен тәбиғәт балаһы тип һанай. Шуға ла уның картиналарында күберәк тыуған яҡ урмандары, күл-йылғалар төшөрөлгән. Һәүәҫкәр-рәссам киләсәктә аныҡ кешене һүрәтләүгә арналған һынлы сәнғәт жанрына өҫтөнлөк бирмәксе. Тәүге портретында ул билдәле бер образды уңышлы ижад иткән. Шәхси күргәҙмә 28 февралгә тиклем дауам итә.