Республика урман янғындарын иҫкәртеү һәм һүндереү үҙәге авиация патрулен ойоштороу буйынса контракт төҙөнө. Бының өсөн 30 миллион һум бүленә. Янғын хәүефе миҙгелендә республикала 4 мең квадрат метр биләмә өҫтәнән осоштар башҡарыла. 13 маршрут ҡаралған. Самолеттар Өфө, Стәрлетамаҡ, Белорет, Нефтекама ҡалаларында, Иҫке Собханғол, Йылайыр, Оло Ыҡтамаҡ, Аҡъяр, Иҫәнғол, Ҡолғона һәм Оло Кәркәле ауылдарында урынлаша.