Башҡортостанда Ағиҙел портында яңыртылғандан һуң йөк причалы асыла

Бында 5 мең тоннаға тиклем йөк ташыусы караптарға яғыулыҡ ҡойола. Причал кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Шулай уҡ караптарҙы һыу менән тәьмин итеү ҡарала, тип белдерҙе Транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова.