Был аҙнала беҙҙең республикаға илдең 12 төбәгенән 2 меңдән ашыу баҡсасы килеүе көтөлә. Шулай уҡ Таиланд һәм Беларусь делегациялары була, тип хәбәр итәләр Ауыл хужалығы министрлығынан. Пленар ултырыш баҡса биләмәләренә газ үткәреү темаһына була. Форум 28 февралдә башлана һәм ике көн дауам итә.