Башҡортостанда кибер енәйәтселәр менән көрәш көсәйтелә

Был турала республика буйынса баш федераль инспектор Алексей Касьянов ҡатнашлығында уҙған кәңәшмәлә белдерелде. Мәсьәлә федераль, төбәк власть структураһы, күҙәтеү, көс органдары вәкилдәре ҡатнашлығында тикшерелде. Уҙған йыл Башҡортостанда 14 меңдән ашыу енәйәт ҡылынған, зыян күләме 4 миллиард 300 миллон һумдан аша. Инвестиция тәҡдиме, власть органдары, интернетта аҡса эшләү буйынса шылтыратыуҙар – иң таралған алдашыуҙарҙан һанала. Ултырышта техник сараларҙан тыш, халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барыу, кибер енәйәтселәр менән берлектә көрәш мөһимлеге билдәләнде.