Радий Хәбиров Башҡортостандың дәүләт флагы көнө менән ҡотланы


Бөгөн - Башҡортостандың дәүләт флагы көнө. Ошо уңайҙан республикала йәшәүселәрҙе социаль селтәрҙә Радий Хәбиров ҡотланы. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, дәүләт флагы республикала йәшәүсе төрлө милләт һәм конфессиялар вәкилдәре, төрлө һөнәр эйәләрен берләштерә. Дәүләт символы яҡташтарыбыҙҙың ҡаҙаныштары һәм ҡаһарманлығы тураһында иҫкәртә, яңы үрҙәр һәм еңеүҙәргә әйҙәй.

Республиканың дәүләт флагы 1992 йылда раҫланған. Ул - йәшел, аҡ һәм күк төҫтә. Флагтың аҡ төҫөнөң уртаһында ете таждан торған стилләштерелгән ҡурай сәскәһе төшөрөлгән.