Башҡортостан менән Үзбәкстан араһында хеҙмәттәшлек яңы кимәлгә сыға


Уҙған йылдың 11 айы йомғаҡтары буйынса яҡтар араһында тышҡы сауҙа әйләнеше 2023 йылдың ғинуар-ноябре менән сағыштырғанда, яҡынса 20 процентҡа артҡан. Төбәктән экспорт - 14,7, ә импорт 68,5 процентҡа күбәйгән. Хеҙмәтәшлек даирәһен артабан да киңәйтеү маҡсатында республика сит ил парнерҙары менән сәнәғәт кооперацияһын үҫтерергә ниәтләй.

Атап әйткәндә, тиҙҙән Өфөлә Үзбәкстандың һыуытҡыстар, лифттар һәм эскалаторҙар етештергән предприятиеһы барлыҡҡа килергә тейеш. Шулай уҡ берлектәге технопарк, цемент заводы, йомшаҡ төргәктәр, газ баллондары етештереү мәсьәләһе тикшерелә. Бынан тыш, быйыл яҙ Өфөнөң «МЕГА» үҙәгендә Үзбәк сауҙа йорто асыла. Ул туҡымалар, костюмдар һәм өҫ кейемдәрен туранан-тура Намангандан килтерергә булышлыҡ итәсәк. Ике республика фән һәм мәғариф өлкәһендә лә тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырған.

Бөгөн Башҡортостан ВУЗ-дарында 700-гә сит ил студенты белем ала. Эксперттар билдәләүенсә, Үзбәкстан - Башҡортостан өсөн ышаныслы партнер. Шуға ла хеҙмәттәшлектең башҡа өлкәләрендә лә алға китеш күҙәтелә.