Ауылға сифатлы медицина. Нуриман районының Красный Ключ ауылында яңыртылған табип амбулаторияһы асылды. Медицина учреждениеһына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса капиталь ремонт үткәрелгән. Ошо маҡсатта 55 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Объект заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Алты ауыл халҡы өсөн стационар шарттарында уңайлы ҡабул итеү һәм дауалау ойошторолған . Был хаҡта ентекләберәк киләһе яҙмала.
Яңыртылған амбулаторияла теш табибы тәүге пациент Илшат Ғасинды ҡабул итте. Тештәрҙең торошо яҡшы. Һуңғы тапҡыр пациент теш табибы кабинетында ике йыл ярым элек булған. Хәҙер капиталь ремонттан һуң пациенттар заманса уңайлыҡтары булған кабинетта тикшеренеү үтә ала.
Уколдар,системалар ҡуйыу, йәрәхәттәре бәйләү һәм башҡа процедуралар. Ишморат ауылынан Ғәлиә Фәйзуллина икенсе аҙна стационарҙа дауалана. Уның һаулығы табиптарҙан тыш, ҡыҙының да даими иғтибарында. Хаҡлы ялдағы ханым тайып йығылып аяғын һындырған.
Нуриман районы халҡы өсөн Красный Ключта ауыл амбулаторияһын асыу көтөп алынған ваҡиға. Ике ҡатлы бина 1995 йылда төҙөлгән. 7 йыл элек ҡыйығы алмаштырылған. 2700 пациентҡа заманса медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған терапевт, стоматолог, балалар табибы кабинеттарында медицина ярҙамы күрһәтелә. Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн махсус кабинет булдырылған.Капиталь ремонт республика Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән эшләнгән.
Медицина учреждениһы модулле һыу ҡаҙанлығы ярҙамында йылытыла, инженер һәм электр селтәрҙәре, һыу торбалары яңыртылған. Табип амбулатрияһы медицина хеҙмәткәрҙәре менән тәьмин ителгән, заманса ҡорамалдар алыуға ла тейешле сығымдар бүленгән.
Бынан тыш физиотерапия бүлегенә лә яңы дауалау аппараттары ҡуйылған. Рәсәйҙә етештерелгән был аппараттар ярҙамында пациенттарҙа быуын, йөрәк, үпкә, ашҡаҙан һәм башҡа ауырыуҙар дауалана. Процедура 15-20 минут дауам итә.
Башҡортостан етәкселеге тарафынан ауыл медицинаһын үҫтереүгә етди иғтибар бүленә. Һуңғы йылдарҙа төбәктә биш йөҙҙән ашыу фельдшер-акушерлыҡ пункты яңыртылған.
Амбулаторияла өлгәшелгәндәр менән туҡталырға йыйынмайҙар. Белгестәр киләсәктә учреждениела бәләкәй операция бүлмәләрен булдырып яраларҙы тегергә, һөйәге һынып зыян күреүселәргә ваҡытында гипс һалырға ла ниәтләй.
Гүзәл Борханова