Роботтар һуғышы фантастика түгел, ә ысынбарлыҡ. Махсус хәрби операция яугирҙары күктә һәм ерҙә лә ситтән идара ителеүсе дрондар ҡуллана. Уларҙы һөжүм ваҡытында, хәрби комлект, ылау ташыуҙа, яралыларҙы эвакуациялауҙа , ғөмүмән кеше үтеп инә алмаҫлыҡ ерҙә күрергә мөмкин. «Башҡортостан» полкы инженерҙары дрондарҙы даими камиллаштырып тора. Оҫта ҡулдарҙа ябай арба ла утлы ҡоралға әйләнә. Айнур Кәбиров яугирҙарҙың яңы эшләмәләре менән таныштыра.
Артынан күҙгә күренер-күренмәҫ кенә эҙ ҡалдырып «Ҡошсоҡ» һауаға күтәрелә. Һөжүмгә сыҡҡан ҡыйғыр ҡошҡа бер тоҙаҡ та ҡамасаулай алмай. Дрон алға елә һәм дошман ояһын юҡ итә.
Оптик сүс менән идара ителгән дронға радиоэлектрон көрәш саралары бер ҡаршылыҡ та тыуҙыра алмай. «Ҡошсоҡтарҙың» һәр осошо мотлаҡ дошман техникаһын, блидаждарын тар-мар итеү менән тамамлана. Сүстең икенсе осонда «Башҡортостан» полкының пилотһыҙ осоу апараттары менән идара итеүсе операторҙар.
Нисек кенә булмаһын һуғыш техник прогрессҡа этәргес бирә. Яугирҙар дошман ҡуйған ҡапҡандарҙы ситләп үтеү өсөн төрлө саралар уйлап сығара. Был ырғаҡтар мәҫәлән, бәреп төшөрөлгән дрондарҙы алыу өсөн ҡулланыла.
Һуңынан дрондар донорға әйләнә, йә ремонтлана. Осорлоҡ трофейҙар алғы һыҙыҡтан алыҫ түгел генә урынлашҡан ер аҫты лабораторияһында төҙөкләндерелеп, яңы программа һалына һәм кире ҡаршы яҡҡа оҙатыла.
Асыштар һауала ғына түгел, ерҙә лә. Ремонт ротаһы инженерҙары эшлектән сыҡҡан дронды модернизациялау менән шөғөлләнә. Хәҙер ул кәрәк-яраҡтар ташыу ғына түгел, ата ла аласаҡ.
Барыһы ла ҡул аҫтындағы материалдарҙан эшләнә. Тәү ҡарашҡа тимер яҫмаһына беркетелгән гироскутер тәгәрмәстәре генә , әммә яуҙа ул алыштырғыһыҙ робот. Һынау үтеү менән был арба ла алғы һыҙыҡҡа оҙатыласаҡ һәм кеше ғүмерҙәрен һаҡлап ҡаласаҡ.
Айнур Кәбиров