Өфөлә билдәле рәссам Вәсил Ханнановты иҫкә алдылар


Мәңгелек палитраһы. Өфөлә билдәле рәссам Вәсил Ханнановты иҫкә алдылар. Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ рәссамы, график, ассамбляж һәм инсталляция оҫтаһы, Наил Латфуллин исемендәге заман сәнғәт республика музейына нигеҙ һалыусы, «Сыңғыҙхан» ижади берекмәһе етәксеһе Вәсил Ханнановтың эштәре халыҡсанлығы, тәрән фәлсәфәһе менән тамашасы күңелен яулай. Тормошҡа ашырған ҡыйыу проекттары ла актуаллеге менән үҙенсәлекле.

Халыҡ рәссамына арналған программа «Йәнебеҙҙе изгелеккә сорнайыҡ» тип аталды. Унда Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты, Искәндәр Ханнанов виолончелдә, ҡылҡумыҙҙа уйнаны, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Азамат Хәсәншин башҡарыуында классик һәм электрон музыка яңғыраны. Рәссамдың дуҫтары һәм коллегалары хәтирәләре менән уртаҡлашты. Наил Латфуллин исемендәге республика заман сәнғәте музейындағы экспозиция менән 24 мартҡа тиклем танышырға мөмкин.