Унда ике аҙна дауамында төбәктең төрлө район-ҡалаларынан 148 ҡатнашыусы көс һынаша. Улар араһында башланғыс класс, төрлө фән, шул иҫәптән туған тел уҡытыусылары бар. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында бәйге төбәк кимәлендә алып барыла. Быйыл унда 55 белгес ҡатнашырға теләк белдергән. Педагогтар алдында дәрес уҙғарыу, тест һорауҙарына яуап биреү һәм буласаҡ уҡытыусыларға оҫталыҡ дәресе күрһәтеү бурысы тора. Иң һуңында уларҙы «Министр менән әңгәмә» һынауы көтә. Уҡытыусыларҙы конкурстың элекке еңеүселәре һәм республика юғары уҡыу йорттары белгестәре баһалай.