Сара сиктәрендә «Уңыш формулаһы» проекты еңеүселәре билдәләнде. Уға ярашлы социаль проект яҡлаусыларға 5 мең һумдан 50 мең һумға тиклем матди ярҙам тапшырылды. Жюри ағзалары махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам һәм хәйриә эшмәкәрлеге менән бәйле проекттарҙы юғары баһаланы. Бынан тыш экология, ижад, ауыл хужалығы, медицина тармаҡтарына бағышланған проект авторҙары бүләкләнде.