Әле күсмә экспозицияны әҙерләүсе билдәләнә. Бында стенд, диодлы экран, интерактив модуль, "Һалдатҡа хат" тигән комплекс, проектор ҡаралған. Музей әйберҙәре һәм махсус әҙерләнгән мультимедия мәғлүмәттәр Рәсәй һәм Башҡортостан тарихындағы әһәмиәтле ваҡиғаларҙы өйрәнеүгә булышлыҡ итергә тейеш.