Башҡортостан халҡы финанс белемен тикшерә ала

Рус һәм инглиз телдәрендә халыҡ-ара олимпиада уҙғарыла. Быйыл ул  Йәштәр һәм балалар" милли проекты ярҙамында ойошторола. Олипиадала 8-11-се класс уҡыусылары, юғары уҡыу йорттары студенттары ҡатнаша ала. Математика, информатика, йәмғиәтте өйрәнеү, юриспруденция, мәғлүмәт хәүефһеҙлеге һәм башҡа  йүнәлештәр буйынса һорауҙар ҡаралған. Тәүге этап 28 февралгә тиклем була.