Республикала яңы юл билдәләре ҡуйыла

Юл хәрәкәтен ойоштороу үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, яңы стандарт 2026 йылдың 1 ғинуарынан ҡулланыла башлай. Уға ярашлы, һаңғырау йәйәүлеләр тураһында иҫкәртеүсе, юл билдәһе талабы көсөндә булған ваҡыт тураһында мәғлүмәттәр биргән билдәләр урынлаштырыла. Бынан тыш, "Парковка" билдәһендә машинаны урынлаштырыу ысулы күрһәтелә.