Башҡортостан вәкилдәре "Берлога" милли киберплатформаһы буйынса Бөтә Рәсәй конференцияһында ҡатнашты. Ул йәштәрҙе уйындар аша технологияларҙы өйрәнеүгә йәлеп итеүгә йүнәлтелгән. Башҡортостан был платформаны ҡулланыу буйынса алдынғы төбәк. Беҙҙең республикала уға мәғариф учреждениелары һәм технология компаниялары ҡушылған. Стратегик башланғыстар агентлығы мәғлүмәттәре буйынса йыл ярым ваҡыт эсендә платформала технологик суверенитет үҫеше йүнәлештәре буйынса 4 мең бушлай видеоуйын сыҡҡан.