Эштәр Ҡырмыҫҡалы, Хәйбулла, Белорет, Салауат, Ҡариҙел һәм башҡа райондарҙа ҡаралған. - Күперҙәр туристик объекттарға илткән юлдарҙа һалына, тип белдерҙе Транспорт һәм юл хужалығы министры Любовь Минакова. Төҙөкләндереү эштәрен йыл аҙағына тиклем тамамлау маҡсаты ҡуйылған.