Ханымдың улы алғы һыҙыҡҡа былтыр үҙ теләге менән ҡушылған. Ирекмәндәр Михайловтар ғаиләһенә лә барҙы. Ошо көндәрҙә уларҙың улдары отпуск ялына ҡайтырға тейеш. Яңыраҡ яугир Жуков миҙалы менән бүләкләнгән. Шулай уҡ Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлау һәм бүләктәр яугирҙар атаһы Бәҙретдин Зәйнәғәбдиновҡа ла тапшырылды. Уның улы Донбасста взвод командиры урынбаҫары бурысын үтәй. Ҡотлау алған ата-әсәләрҙең барыһы ла Мәләүез ҡошсолоҡ комплексында эшләй. Ойошма хеҙмәткәрҙәре уларға махсус бүләк тә әҙерләгәйне.