Баһалама ағзалары 22 ауыл биләмәһендә булып, иң сағыу сығыштарҙы йомғаҡлау концертына һайлап аласаҡ. Бикеш ауыл биләмәһенең һәүәҫкәр артистары әҙерләгән концерт та яңы исемдәр асты.
Һәүәҫкәр артистарҙың сығыштарын халыҡ йыл да көтөп ала, сөнки тап ошо сарала билдәле булмаған яңы таланттар асыла, бейеүҙәр, йырҙар башҡарыла. Бикеш ауылы мәктәбе уҡытыусылары ла ваҡыт тығыҙлығына ҡарамай йыл да смотр концерттарына әүҙем әҙерләнә.
“Һуғыштың 4 бите” тип аталған концерт программаһында Бикеш ауыл мәҙәниәт йорто һәм Ҡуянтау ауылының үҙешмәкәр артистары Бөйөк Ватан һуғышы, Афғанстан, Чечня һәм Украинала барған махсус хәрби операцияға арналған сығыштарҙы тәҡдим итте.
Һөнәрҙәре буйынса артист булмаһалар ҙа, һәр кем ысын күңелдән сығыш яһаны. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған үҙешмәкәр сәнғәт смотр конкурсының финалы 4 март район халыҡ мәҙәниәт үҙәгендә үтәсәк.
Раушания Рәхимова