Иҫке Монасип ауыл хакимиәте биләмәһенә ҡараған өс ауыл ир-егеттәре араһында көс экстримы буйынса ярыштар ойошторолдо. Ярыш төрҙәренә утын ярыу, суҡмар, түмәр ташлау, машина һөйрәү, , тәгәрмәс әйләндереү, ағас һөйрәү, бүрәнә күтәреү, сөй ҡатыу, ҡылыс сөйөү индерелгәйне. Таһыллыҡҡа һәм етеҙлеккә 11 ир-егет көс һынашты.
Еңеүселәр иҫтәлекле бүләктәр, дәртләндереү приздары менән билдәләнде. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, Махсус хәрби операция яугирҙары һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылына арналған сарала ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары һәм тыл хеҙмәтсәндәре обелискыларына сәскә һалды. Ауылдаштар яу ҡырында ятып ҡалған ил һаҡсыларын бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.