Айыҡ халыҡ йәшәгән ауылдан дронға ҡаршы юрғандар. Дрон һөжүменә ҡаршы 170 берәмек юрғанды махсус хәрби операция биләмәһенә Хәйбулла районы Федоровка ауылы ирекмәндәре әҙерләгән. Был юрғандар яугирҙарҙың ғүмерен һаҡларға булышлыҡ итәсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Федоровка ауылы «Айыҡ ауыл» республика конкурсының муниципаль этабында еңеүгә бүленгән 100 мең һум аҡсаға һалдаттарға дронға ҡаршы юрған тегеү өсөн материал һатып алыуға йүнәлткән. Киләһе репортаж фронтҡа ебәрелгән ярҙам тураһында.
Юлай хәҙрәт бер нисә тапҡыр махсус хәрби операция биләмәһендәгеләргә гуманитар ярҙам алып барған. Диндар фекеренсә, тыл һәм фронт берҙәмлеге генә беҙҙең илебеҙҙе Еңеүгә килтерәсәк. Яугирҙар әлеге мәлдә дронға ҡаршы юрғандарға ҙур ихтыяж кисерә. Юлай Юнысов алғы һыҙыҡтағы ир-егеттәргә ярҙам итеү өсөн өйҙән теген машинаһы алып килгән. Тегенсе һөнәре уға ят шөғөл түгел, олатаһынан күскән.
Дронға ҡаршы юрған тегеү Федоровка ауылы халҡы өсөн яңы йүнәлеш. Тәүге партия аҙна эсендә тегелгән. Материалдар «Айыҡ ауыл» республика конкурсының муниципаль этабында еңеү һөҙөмтәһендә бүленгән аҡсаға һатып алынған. Юрғандар тепловизорҙар ярҙамында һынауҙарҙы уңышлы үткән. Әҙер изделиелар яҡташтарыбыҙға фронтҡа оҙатыласаҡ.
Ауыл халҡы, юрғандар күберәк булған һайын, фронтта беҙҙең һалдаттар үҙҙәрен тағы ла ышаныслырараҡ тоя, тигән фекерҙә. Тәжрибә күрһәтеүенсә, улар яугирҙарға дошман тепловизорҙарынан йәшеренергә ярҙам итеүҙән тыш, йылыта ла. Тылдағылар юрғандарҙы айырым хәстәрлек, йөрәк йылыһын ҡушып йүрмәй. Һәр юрған махсус биштәргә һалына.
Гүзәл Борханова