Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Мәскәүҙә белем алған Башҡортостан студенттары менән осрашты


Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Мәскәүҙә белем алған Башҡортостан студенттары, аспиранттары һәм уҡытыусылары менән осрашты . Эшлекле аралашыу Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә уҙҙы.

Андрей Назаров студенттарға бизнес өлкәһендә шәхси практикаға нигеҙләнгән фекерҙәре менән уртаҡлашты. Республика Хөкүмәте Премьер-министры йәштәр тарафынан тәҡдим ителгән идеялар, проекттар Башҡортостанды алға ебәрергә, тыуған яҡты үҫтерергә ярҙам итеүен билдәләне. Спикер Башҡортостандың социаль-иҡтисади ҡеүәте , эшҡыуарлыҡ өлкәһен үҫтереү, төбәк кимәлендә булдырылған инновацион бизнес-проекттар, йәштәр эшҡыуарлығына ярҙам саралары хаҡында һөйләне һәм эшмәкәрлектең бер нисә йүнәлешенә туҡталды. Башҡортостандың студенттар һәм аспиранттар ассоциацияһы Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта 5 меңдән ашыу егет -ҡыҙҙы берләштерә. «Һеҙҙең сифатлы белем алыуығыҙ, етди һөҙөмтәләргә өлгәшеүегеҙ, идеяларығыҙ, проекттарығыҙ, тыуған республика үҫешенә яңы ҡараш менән ҡайтыуығыҙ мөһим. Маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн беҙҙә бөтә мөмкинлектәр бар,-тип йәштәргә мөрәжәғәт итте Премьер-министр һәм барыһына ла уҡыуҙарында уңыштар, яңы үрҙәр теләп, студенттарҙы һәм уҡытыусыларҙы Башҡортостан Хөкүмәтенең рәхмәт хаттары менән бүләкләне.