Республикала яҙғы ташҡынға әҙерлек дауам итә


Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов хәбәр итеүенсә, әлеге ваҡытта төбәктә яҙғы ташҡын бәлә-ҡазаһыҙ үтһен өсөн тейешле саралар күрелә, республикалағы бөтә гидротехник ҡоролмаларҙың да торошо ҡәнәғәтләнерлек, улар ташҡын һыуҙарын үткәрергә әҙер. Гидротехник ҡоролмаларҙың торошо тураһында мәғлүмәт көн һайын «Ташҡын 2.0» мәғлүмәт системаһына индерелә бара. Әлеге ваҡыттта ҡоролмаларға илткән юлдар таҙартыла. Бынан тыш, ҡарҙа һыу запасы һәм быйылғы ташҡын күләмен билдәләү өсөн 20 мартта 9 һыуһаҡлағыста ҡарҙың ҡалынлығы үлсәнә. 10 мартан 21 мартҡа тиклем барлыҡ объекттарҙа ла аварияға ҡаршы күнекмәләр уҙғарыу ҡарала.