Мәғлүмәт эҙләү системаһы башҡортса һүҙҙәрҙе таныуҙа нейроселтәрҙе файҙаланған. Бынан һуң, Яндексҡа башҡортса яҙырға ғына түгел, өндәшергә лә була. Был мөмкинлек Тәржемә ҡушымтаһында, эҙләү системаһы һәм клавиатурала булдырылған. Тәржемәсе төрлө телдәргә тәржемә итеүгә лә һәләтле. Ошо рәүешле бер-береһен аңламаған төрлө милләт вәкилдәре үҙ-ара иркен диалог ҡора ала. Мәғлүмәтте иһә яҙыуға ҡарағанда, әйтеп эҙләү күпкә тиҙерәк һәм уңайлыраҡ. Башҡорт теле - ошондай технологияла файҙаланылған өсөнсө тел. Быға тиклем система татар һәм сыуаш телдәрен танырға өйрәнгән.