Билдәле шағир, прозаик һәм журналист Әхмәр Үтәбаев яҡташтары менән осрашты. Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһында ойошторолған әҙәби кисә ижадсының 65 йәшлек юбилейына арналды. Тулыраҡ БЮТ хәбәрсеһе Раушаниә Рәхимова әҙерләгән яҙмала.
Ағиҙел журналының баш мөхәррире урынбаҫары, Башҡортостан яҙыусылар һәм журналистар союздары ағзаһы Әхмәр Ғүмәр Үтәбай 1960 йылдың 29 ғинуарында Баймаҡ районы Буранбай ауылында ишле ғаиләлә донъяға килә. Күркәм ғүмер байрамы уңайынан уның ижад кисәһенә барлыҡ туғандары, яҡындары, дуҫтары, класташтары йыйылды. Һәр береһе матур хәтирәләре менән бүлеште.
Өс өлөштән торған юбилей кисәһенең беренсе бүлеге уның ғаиләһенә арналды. Баймаҡтар тәүге тапҡыр шағирҙың ҡатыны Фәйрүзә һәм ҡыҙы Тамсы менән осрашты. Икенсе өлөшөндә “Буранбай” романы хаҡында һүҙ барһа, “Үрелеп алған ҡәләм” исемле өсөнсө өлөш юбилярҙың үҙенә бағышланды.
Талантлы шағир, ялҡынлы публицист, үҙенә генә хас шиғыр юлдары һәм жанр төрө хас булған әҙип бөгөн дә ең һыҙғанып ижад итә. Һәр һөйләмендә халҡыбыҙға ҡарата тәрән һөйөү йәшәгән, башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүгә тос өлөш индергән шәхес ул.
Раушания Рәхимова