Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең Бейеү театры менән Татарстандың «Ағиҙел» йыр һәм бейеү дәүләт ансамбленең берлектәге концерты уҙҙы. Тамаша «Татыу ғаилә - Рәсәй терәге» төбәк-ара сәнғәт оҫталары проекты буйынса ойошторолдо.
Сәхнәгә Бейеү театрының «Башҡортостан», «Ҡымыҙ бешкән ҡыҙҙар», «Бөрйән егеттәре» кеүек башҡорт бейеүҙәре, рус, татар, сыуаш, ҡалмыҡ кеүек донъя халыҡтары хореография композициялары сығарылды. Стәрлетамаҡ филармонияһы артистары сығышын да тамашасы яратып ҡабул итте. Күрше төбәктең «Ағиҙел» ансамбле иһә танылған йыр-бейеүҙәрен тәҡдим итте. Тамаша ике ижади коллективтың дуҫлыҡ хороводы менән тамамланды.