Шишмә районында «Ветеринар балалары һәм ейәндәре» спорт байрамы үтте


Шишмә районында «Ветеринар балалары һәм ейәндәре» тип исемләнгән спорт байрамы үтте. «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында уҙған бәйгелә 8-14 йәшлек малай-ҡыҙҙар көс һынашты. Быға тиклем ярыш республиканың биш зонаһында ойошторолоп, иң көслө 14 команда финалға үткән. Һәр командала - өсөшәр ҡатнашыусы сығыш яһаған. Үҫмерҙәр команданы яҡлау, төрлө ҡаршылыҡтарҙы үтеү буйынса көс һынашҡан. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған ярыш сәләмәт тормошто пропагандалауҙы маҡсат итеп ҡуя.