Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров бөгөн баш ҡала советының сираттағы ултырышында белдерҙе. «Ҡаланың 450 йыллығын билдәләгәндән һуң ҙур программаларҙан баш тартырға уйланыҡ, әммә ҡала мэры Ратмир Мәүлиев менән кәңәшләшкәндән һуң, беҙ бер нәмәне лә туҡтатмаҫҡа ҡарар иттек. Сөнки Өфө республиканың баш ҡалаһы, бында йәштәребеҙ уҡый, театрҙар, ҙур спорт объекттары урынлашҡан. Халыҡ- ара хәл тотороҡланғас, үҫеш өсөн мөмкинлектәр тәҙрәһе тағы ла киңәйер, тип ышанабыҙ, - тине Башҡортостан башлығы. Радий Хәбиров шулай уҡ Өфө хакимиәтен артабанғы йылдарҙа халыҡ менән йышыраҡ аралашырға саҡырҙы.
Өфө ҡала Советы ултырышында Радий Хәбиов бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Мәҫәлән, баш ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Сергей Кожевников Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде. Шулай уҡ бөгөн Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы.