Тыл ҡеүәтле булғанда, фронт та көслө. Өфөнөң Октябрь районы эшҡыуары махсус хәрби операция биләмәһенә УАЗ автомобиле әҙерләй. Машина яугирҙар теләге буйынса модернизацияланған, уның каркасы нығытылған, комуфляж төҫөнә буяласаҡ. Эшҡыуар Муса Мәзитов даими рәүештә хәрбиҙәр менән бәйләнештә тора. Улар һорауы буйынса гуманитар ылау әҙерләй. Әлеге ваҡытта төҙөлөш кәрәк-яраҡтары, бензобысҡылар, яғыулыҡ-майлау материалдары, маскировка селтәрҙәре иң кәрәкле әйберҙәрҙән һанала. Шулай уҡ дрондарға ла ихтыяж юғары. Муса Ғайса улы яугирҙарға пилотһыҙ осоусы 3 ҡеүәтле аппарат әҙерләгән.