Инвестиция комитетының ултырышында сәнәғәттә һәм социаль өлкәлә яңы башланғыстар ҡаралды


Радий Хәбиров рәйеслегендә уҙған Инвестиция комитетының сираттағы ултырышында сәнәғәттә һәм социаль өлкәлә яңы башланғыстар ҡаралды. Өфө ит-консерва комбинаты етәкселеге предприятиены техник яҡтан ҡайтанан йыһазландырыу проектын тәҡдим итте.

Инвестор яңы эшкәртеү ҡорамалдары һатып алыуға һәм һыуытҡыс һаҡлау камераларын йыһазландырыуға 225 миллион һум йүнәлтергә ниәтләй. Ҡеүәттәрҙе яңыртыу колбаса изделиелары һәм ярымфабрикаттар етештереү күләмен арттырырға, шулай уҡ 30 яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк. «Инвестиция сәғәте»ндә шулай уҡ Өфө районында бетон етештереү буйынса производство комплексын төҙөү проекты тикшерелде. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 110 миллион һумға баһалана. 2029 йылда яңы ҡорамалдарҙы сафҡа индереү 15 эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк.

Октябрьский ҡалаһында балалар күп функциялы үҙәге өсөн бина төҙөү пландары тураһында проекттың кураторы Руслан Шафиғуллин таныштырҙы. Башҡортостандың үҫеш корпорацияһы булышлығында проектты тормошҡа ашырыу өсөн ер участкаһы һайлана. Үҙәктә балалар өсөн төрлө хеҙмәттәр күрһәтеләсәк. Башҡортостандың инвестиция комитеты проектҡа өҫтөнлөклө статус бирҙе. Шулай уҡ инвесторға ер участкаһын рәсмиләштереүҙә ярҙам күрһәтеләсәк. Кәңәшмәлә шулай уҡ Өфөнөң Инорс биҫтәһендә көнкүреш хеҙмәтләндереү үҙәген булдырыу концепцияһын тәҡдим ителде. Инвестицияларҙың дөйөм күләме - 317 миллион һум. Объект асылғандан һуң унда 80-гә яҡын яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк.