Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы Әбйәлил районының Әлмөхәмәт һәм Гусев ауыл биләмәләрендә йәшәүселәр менән осрашыуҙар уҙғарҙы. Асыҡ диалог барышында урындағы халыҡ юлдарҙы, социаль учреждениеларҙы төҙөкләндереү, һыу менән тәьмин итеү мәсьәләләрен күтәрҙе. Осрашыуҙа шулай уҡ ҡарауһыҙ йөрөгән йылҡы малы хужаларының яуаплылығын арттырыу тәҡдиме яңғыраны. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Ҡарауһыҙ йөрөгән йылҡы малы күп осраҡта юл-транспорт ваҡиғаларына сәбәпсе була. Авария осраҡтарында аттың хужаһын табыу ҙа еңелдән түгел. Әбйәлил районында был мәсьәлә айырыуса киҫкен тора. Әлмөхәмәт ауылы биләмәһендә йәшәүселәр ҙә Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы рәйесе Данияр Абдрахманов менән уҙғарылған осрашыуҙа, тәү сиратта, ошо һорауҙы күтәрҙе.
Төбәктең Йәмәғәт палатаһы ағзалары менән осрашыуҙа урындағы халыҡ берәҙәк эттәр мәсьәләһе менән дә сыҡты. Шулай уҡ юлдар торошона бәйле һорауҙар ҙа булды. Әйтәйек, «Цемикс» заводына тиклемге участка күптәрҙе борсоуға һала, төҙөкләндереү тәҡдиме яңғыраны.
Осрашыуҙа һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә бәйле мөрәжәғәттәр ҙә булды. Белоретҡа ҡарағанда, Сибай күпкә яҡыныраҡ - тап шул ҡалалағы медицина үҙәгенә халыҡты теркәү мөһимлеге билдәләнде.
Сиҙәм ауылы мәҙәниәт йортонда ете ауыл халҡы йыйылғайны. Асыҡ диалог барышында бер мөрәжәғәт тә иғтибарһыҙ ҡалманы.
Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы ағзалары Әбйәлил районының Гусев ауыл биләмәһендә йәшәүселәр менән дә осрашты. Мөрәжәғәттәрҙең күбеһе юлдарға асфальт һалыу, социаль учреждениеларҙы төҙөкләндереүгә бәйле. Урындағы хакимиәт етәкселеге халыҡты борсоған мәсьәләләр менән яҡшы таныш. Муниципаль, республика кимәлендә лә уларҙы хәл итеү юлдары ҡарала.
Урындағы халыҡ ауыл биләмәһенең төҙөк, күркәм булыуын да теләй. Ошо маҡсатта иҫке ташландыҡ йорттарҙы һүтеү йә төҙөкләндереү буйынса мөрәжәғәт булды.
Былтыр ғына Башҡортостандың йәмәғәт палатаһы ағзалары республиканың барлыҡ муниципалитеттарында ла кәмендә ике тапҡыр булып, халыҡ менән осрашҡан. Асыҡ диалог быйыл да дауам итә, айырыуса эште ауыл биләмәләрендә йәшәүселәр менән көсәйтеү ҡарала. Урындағы халыҡты борсоған көнүҙәк мәсьәләләргә бәйле мөрәжәғәттәр тупланып, уларҙы бергәләп хәл итеү юлдары билдәләнә
Гөлназ Хәйбуллина