Дистанцияла аҡыллы машиналар. Стәрлетамаҡта Роботтар фестивале үтте. 10-сы тапҡыр ойошторолған ярышта республиканың төрлө төбәктәренән 300-гә яҡын уҡыусы ҡатнашты. Сара Өфө фән һәм технологиялар университеты филиалында барҙы. Йәш инженерҙар һәм программистар робототехника өлкәһендәге үҙенсәлекле проекттарын һәм инновацион эшләнмәләрен тәҡдим итте. Баһалама ағзалары билдәләүенсә, һәр алгоритм, конструкция деталдәре уҡыусылар тарафынан ентекле уйланылған.
Конкурсанттар өсөн мини сумо иң ҡыҙыҡлы йүнәлештәрҙең береһе. Сөнки уҡыусылар тарафынан йыйылған автономлы роботтар рингта көрәш алып бара. Ябай ғына әйткәндә, аҡыллы машина икенсеһен ситкә этеп сығарырға тейеш.