Өфөлә иң яҡшы социаль проекттар авторҙарын бүләкләнеләр

“Торатау” конгресс-холында Коммерцияға ҡарамаған ойошмалар көнө уңайынан Башҡортостан Башлығы гранттары фонды 2024 йыл һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы проекттарҙы билдәләне. Улар араһында БСТ телеканалының "Башҡорт каникулдары" тапшырыуы ла бар. Былтыр ул телевидение өлкәһендәге иң юғары награда - ТЭФИ-ға ла өлгәшкәйне. Проект авторҙары әйтеүенсә, быйыл тапшырыуҙың 4-се миҙгелен төшөрөү күҙаллана. Шулай уҡ, бүләкләнеүселәр араһында спорт, белем биреү, һаулыҡ һаҡлау, экологияға бәйле социаль әһәмиәтле мәсьәләләрҙе хәл итеүсе проекттар ҙа булды.

Баһалау өсөн 231 проекттың һөҙөмтәләре тикшерелеп, 20 коммерцияға ҡарамаған ойошма һайлап алынған. Бүләкләү сараһы уларға яңы стимул бирер, тигән өмөттә ойоштороусылар. Әйткәндәй, әлеге ваҡытта республикала 6 мең ярымдан ашыу коммерцияға ҡарамаған ойошма теркәлгән.